Новости
17 Ғинуар 2022, 06:00

Республикала 21 градусҡа тиклем һыуыта

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, алдағы өс көндә республикала көндәрҙең һалҡынайтыуы көтөлә. Дүшәмбе, 17 ғинуарҙа, көндөҙ бер аҙ ҡар яуа. Айырым райондарҙа буран, юлдарҙа көрт, боҙлауыҡ.

Республикала 21 градусҡа тиклем һыуытаРеспубликала 21 градусҡа тиклем һыуыта
Республикала 21 градусҡа тиклем һыуыта

Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы -9, -14 градус була.

Шишәмбе, 18 ғинуарҙа, бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -14, -19, көндөҙ -8,-13 градус.

Шаршамбы, 19 ғинуарҙа, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -10, -15, аяҙытҡанда -16, -21, көндөҙ -6, -11 градус була.

 

Башинформ

Фото: https://vk.com/makarovorb

Автор:Фирүзә Ильясова
Читайте нас