Новости
17 Ғинуар 2022, 13:30

Башҡортостанда коронавирус ныҡ таралған мәктәптәрҙе ябыу планлаштырыла

17 ғинуарҙа Башҡортостан уҡыусылары ҡышҡы каникулдан сыҡты. Республика етәксеһе Радий Хәбиров бынан алда белем биреү учреждениеларында коронавирусҡа ҡаршы сараларҙы үтәүҙе көсәйтергә ҡушҡайны.

Башҡортостанда коронавирус ныҡ таралған мәктәптәрҙе ябыу планлаштырылаБашҡортостанда коронавирус ныҡ таралған мәктәптәрҙе ябыу планлаштырыла
Башҡортостанда коронавирус ныҡ таралған мәктәптәрҙе ябыу планлаштырыла

«Ковидҡа ҡаршы инспекторҙары эшкә сыҡты, шулай уҡ методик тәҡдимдәрҙе яңырттыҡ, ата-әсәләргә температураһы булған баланы уҡырға ебәреү тыйыла», — тип аңлатты республиканың Мәғариф министрлығы вәкиле.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, сир сығанаҡтары теркәлгән мәкптәптәр ябылырға тейеш.

 

Башинформ

Фото: https://pixabay.com/ru/

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас