Тәүге пациент Күгәрсен районынан, 63 йәштә. Ул, йөрәк өлкәһендә ауыртыуҙар сәбәпле, ашығыс рәүештә дауаханаға килтерелгән. Республика кардиология үҙәгенән саҡырылған рентген-хирург Азат Мөхәмәтйәнов етәкселегендә коронарография үткәрелгән. Һул коронар артерияһында тарайған урындар билдәләнгән һәм операция өҫтәлендә алғы йөрәк ҡарынсыҡтары араһындағы артерияға бер юлы стент индерелгән. Шулай итеп, артерия киңәйтелгән һәм ҡан менән тәьмин ителгән. Тимәк, пациент миокард инфарктынан һәм хатта кинәт коронар үлем осрағынан ҡотҡарылды, тигән һүҙ.
79 йәшлек икенсе пациенттың коронар артериялары тарайыуы асыҡланған, уға коронар шунтлау операцияһы талап ителә. Бындай ауырыуҙар, хәлдәре тотороҡланғас, республика кардиология үҙәгенә асыҡ йөрәктә операция яһау өсөн оҙатыласаҡ. Ҡалала ҡан тамырҙары үҙәге асыу ауырыуҙар өсөн бик уңайлы булды. Махсуслаштырылған медицина ярҙамы алыҫ райондарға ла яҡыная бара.
Динә Арыҫланова