Новости
14 Ғинуар 2022, 12:00

53 ат һәләк булған

Алтай өлкәһендә тибенлектә йөрөгән аттарҙы атҡандар.

53 ат һәләк булған53 ат һәләк булған
53 ат һәләк булған

Башҡа һыймаҫлыҡ хәл Алтай өлкәһендә теркәлгән. Алексеевка ауылында йәшәгән ғаиләнең тибенлектә йөрөгән 53 баш атын атып китеүҙәре тураһында хәбәр бар интернет селтәрен шаулатты. Кемдең шундай вәхшилеккә ҡулы күтәрелгән, бахыр малҡайҙарҙың ғүмерен ҡыйған?

"Әҙәм аҡтығы... Хатта фашистар ҙа ундай аҙымға бармаҫ ине", - тип рәнйеп һөйләй аттарҙың хужаһы. Зыян күләме яҡынса 5 миллион һум менән баһалана. Төбәктә был ваҡиға буйынса тикшереү башланған, енәйәт эше асылған. 

Ҡыш булыуға ҡарамаҫтан, күп райондарҙа йылҡы малдары әле лә тибенлектә йөрөй, мал хужаларына иғтибарлы булыу талап ителә.

 

 

Фото:politsib.ru

Карима Усманова
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас