Новости
13 Ғинуар 2022, 15:00

Бер бала өсөн алты мең һум бирелә

Радий Хәбиров:

Бер бала өсөн алты мең һум биреләБер бала өсөн алты мең һум бирелә
Бер бала өсөн алты мең һум бирелә

"Һуңғы өс йылда ғына Башҡортостанда 46 балалар баҡсаһы төҙөнөк. Әммә улар барыбер етмәй. Артабан да төҙөү планлаштырыла. Әммә шул уҡ ваҡытта сабыйҙар өсөн урындар етмәү проблемаһын шәхси балалар баҡсалары ла хәл итә ала, тип уйландыҡ. Икенсе яҡтан, был эшҡыуарҙарға үҙ бизнесын булдырырға ярҙам итеү өсөн яҡшы мөмкинлек булыр ине. Шуға күрә 2019 йылда шәхси балалар баҡсаларына сертификаттар системаһы проектын ғәмәлгә индерҙек.

Әйткәндәй, Рәсәй Мәғариф министрлығы эксперттары уны илдә ошо өлкәләге иң яҡшы тәжрибә тип таныны. Проекттың асылы нимәлә? Беҙ шәхси балалар баҡсаларына ярҙам итәбеҙ – уларға айына бер бала өсөн алты мең һум аҡса бирәбеҙ. Был ата-әсәләргә бер ниндәй ҙә ауырлыҡ тыуҙырмай, улар ғәҙәти балалар баҡсаһы өсөн кеүек үк түләй.

Пилот проектын Стәрлетамаҡта 200 сертификат биреүҙән башланыҡ. Һынап ҡараныҡ. Тәжрибә күрһәтеүенсә, был эшҡыуарҙарға ла, ата-әсәләргә лә, урындағы үҙидара органдарына ла уңайлы. Шуға күрә экспериментҡа Өфөнө һәм Нефтекаманы йәлеп иттеләр. Сиратта – Октябрьский ҡалаһы һәм Иглин районы. Бөтәһе ике мең сертификат тапшырылған, быйыл да шунсаны планлаштырабыҙ. Ошо маҡсатҡа республика бюджетынан 136,8 миллион һум бүленде.

Сертификатты муниципаль балалар баҡсаһында әлегә урын булмаған ике айҙан өс йәшкәсә балаларҙың ата-әсәһе йәки законлы вәкилдәре алырға хоҡуҡлы. Сертификат алыу өсөн баланың ата-әсәһенә йәшәгән урын буйынса мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Хәтерегеҙгә төшөрәм, был Стәрлетамаҡта, Нефтекамала һәм Өфөлә эшләй башланы ла инде, ә 1 марттан Иглинда һәм Октябрьскийҙа тәжрибә старт ала. Артабан нисек эшләйәсәгебеҙҙе уйлаясаҡбыҙ. Барыһына ла уңыштар теләйем!"

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас