

Ғәҙәттәгесә, байрам Рәсәйҙә 13 ғинуарҙан 14-нә ҡарай төндә билдәләнә. Был төндә республиканың көньяҡ-көнсығышында -20 градусҡаса һалҡынайтыуы көтөлә.
14 ғинуарҙа көндөҙ термометр бағанаһы -10, -15 градусҡа тиклем күтәрелә.
Башгидрометүҙәк белгестәре һүҙҙәренсә, ике көн буйына ҡар яуыуы, буран сығыуы һәм юлдарҙы көрт баҫыуы көтөлә.
Башинформ
Илья Кузнецов фотоһы (https://vk.com/ishimbaiphoto)