Новости
12 Ғинуар 2022, 13:00

Оҙайлы ялдар алда әле...

Быйыл ниндәй көндәрҙә ял итәсәкбеҙ?

Оҙайлы ялдар алда әле...Оҙайлы ялдар алда әле...
Оҙайлы ялдар алда әле...

2022 йылда беҙҙе биш тапҡыр оҙайлы ялдар көтә, сөнки күпселек байрам шәмбе һәм йәкшәмбегә тура килә.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн 6 марттан 8 мартҡа тиклем ял итәсәкбеҙ. Тик бының өсөн 5 мартта, йәғни шәмбе көнө эшләргә тура киләсәк.

Ғинуарҙың тәүге ике көнө лә шәмбе һәм йәкшәмбегә тап килде, шуға был көндәр 3 һәм 10 майға күсерелә. Шунлыҡтан май байрамдары 30 апрелдән 3 майға һәм 7-һенән 10 майға тиклем һуҙыласаҡ.

Шулай итеп:

6 марттан 8 мартҡа тиклем,

30 апрелдән 3 майға тиклем,

7 майҙан 10 майға тиклем,

11 июндән 13 июнгә тиклем,

4 ноябрҙән 6 ноябргә тиклем ял көндәре  көтә.

23 февраль шаршамбыға тура килгәнлектән, оҙайлы ял булмаясаҡ.

 

 

Фото: aisttv.ru

Римма Султанова
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас