Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2022 йылда Башҡортостан Хөкүмәте 140 төбәк предприятиеһын Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектын (национальный проект “Производительность труда и поддержка занятости”) тормошҡа ашырыуға йәлеп итергә ниәтләй. Был турала республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары –иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итте.
– Башҡортостан Хөкүмәте үҙенең алдына дөйөм иҡтисад системаһының һөҙөмтәлелеге һәм, әлбиттә, һәр предприятиеның эшмәкәрлеге буйынса бурыстар ҡуя, шуға күрә “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекты беҙҙең өсөн төп өҫтөнлөктәрҙең береһен тәшкил итә. Унда ҡатнашыусы предприятиелар һаны буйынса беҙ 2021 йылға билдәләнгән планды 40 процентҡа тиерлек арттырып үтәнек. 2022 йылға был проектҡа 140 предприятиены йәлеп итеү планын алабыҙ, – тине Рөстәм Моратов.
Беренсе вице-премьер әйтеүенсә, Башҡортостан хәҙер милли проект сараларын тормошҡа ашырыу буйынса Рәсәй төбәктәре рейтингында алдынғыларҙың береһе булып тора. Шулай уҡ милли проектта ҡатнашҡан предприятиеларҙың белемен камиллаштырған хеҙмәткәрҙәре һаны буйынса ла республикабыҙ Рәсәйҙә беренселекте яуланы.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Сығанаҡ: srk.nationalpriority.ru/press_releases/204233