Новости
10 Ғинуар 2022, 05:00

Башҡортостанда 2022 йылдың тәүге эш аҙнаһы һыуыҡ була

10 ғинуарҙан 14-нә тиклем Башҡортостан антициклон йоғонтоһонда була.

Башҡортостанда 2022 йылдың тәүге эш аҙнаһы һыуыҡ булаБашҡортостанда 2022 йылдың тәүге эш аҙнаһы һыуыҡ була
Башҡортостанда 2022 йылдың тәүге эш аҙнаһы һыуыҡ була

Республиканың үҙәк райондарында көндөҙ 7-12 градус, төндә иһә 12-20 градус һалҡын. Көндәр башлыса аяҙ, бер аҙ болотло була, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел талғын, көсәйгәндә секундына 7 метрға етеүе ихтимал.

Ял көндәре аҙағына табан һауа торошо үҙгәрә башлай. 15 ғинуарҙа республикала йылыта, ҡар яуыуы, буран сығыуы көтөлә.

 

Башинформ

Фото: https://vk.com/savebuzhatau

Автор:Фирүзә Ильясова
Читайте нас