Новости
31 Декабрь 2021, 10:00

Шишмәлә 11 йәшлек Евгений Буданов Радий Хәбировтан яңы йыл бүләге алды

Радий Хәбиров яңы йыл ағасынан «Теләктәр шыршыһы» акцияһында ҡатнашыусыларҙың хыялдары менән дүрт шар алды. Унда 11 йәшлек Евгений Будановтың да теләктәре яҙылғайны.

Шишмәлә 11 йәшлек Евгений Буданов Радий Хәбировтан яңы йыл бүләге алдыШишмәлә 11 йәшлек Евгений Буданов Радий Хәбировтан яңы йыл бүләге алды
Шишмәлә 11 йәшлек Евгений Буданов Радий Хәбировтан яңы йыл бүләге алды

Яңы йыл алдынан 11 йәшлек Евгений Буданов республика етәксеһе Радий Хәбировтан бүләк алды. Ул һаман да хыялының шул тиклем тиҙ тормошҡа ашыуына ышанып бөтә алмай, күрәһең. Сөнки байрам мәшәҡәттәре менән Будановтар ғаиләһе ваҡытты үткәреп ебәрә яҙған. Ғаризаны аҙаҡҡы көндә кис көнө генә ебәрҙек, ти әсәһе Татьяна Борисовна.

«Кескәй Елизавета (уға 3,8 йәш), ете йәшлек Илья, 11 йәшлек Женя, 13 йәшлек Александр бөтә хаттарҙы ла ебәреп бөтмәйенсә йоҡларға теләмәне. Ләкин интернет ниңәлер ҡабаланманы. Бөтәһе лә борсолдо. Төн уртаһы етә яҙҙы. Хаттарҙы һуңғы минуттарҙа ебәрҙек, 13 йәшлек Александрҙың заявкаһы ғына һуңланы. Ул гитара тураһында хыяллана. Ә кинйәләре Ҡыш бабайҙан велосипед, планшет һәм ҙур уйынсыҡ һораны. Шул көндән мөжизә көтә башланыҡ», — тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Татьяна Буданова.

Евгений Будановтың хыялын республика етәксеһе Радий Хәбировтың тормошҡа ашырыуы тураһында Будановтар кисен генә белеп ҡалған. 

 

Башинформ

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас