

«Бармаҡ менән төртөп күрһәтмәйем. Бөтәһе лә үҙҙәренең күрһәткестәрен белә. 15-ләп муниципалитетта был күрһәткес 60% кәмерәк», — тине Башҡортостан Башлығы.
Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте вице-премьеры — һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һүҙҙәренсә, 28 декабргә республикала сирлеләрҙең дөйөм һаны 120 914-кә еткән (304 яңы осраҡ). 6131 кеше — өйҙә, ә 184-е стационарҙа дауалана (59-ы ауыр хәлдә).
Республика халҡының 81 проценттан ашыуы (2 026 697 кеше) вакцинацияны тулыһынса тамамлаған, 201 меңе ревакцинация үткән.
Яңы йыл байрамдары осорона кәрәкле дарыуҙар запасы булдырылған, табиптарҙың дежур итеү графигы төҙөлгән, Путиндың ҡушыуы буйынса федераль түләүҙәр мәсьәләһе лә ҡарала, тип билдәләне Максим Забелин.
Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге яңы йыл байрамдарында ла эшләй.
Башинформ
Фото: https://pixabay.com/ru