

«Был тема парламент майҙансығында ҡыҙыу тикшерелде һәм халыҡта төрлө фекерҙәр тыуҙырҙы, – тине Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Тәүҙә Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы ғинуар башында алкоголде ваҡлап һатыуға өҫтәмә сикләүҙәрҙе бөтөрөргә тәҡдим иткәйне. Әммә граждандарҙың мөрәжәғәттәрен төрлө яҡлап тикшергәндән һуң, сикләүҙәрҙе йомшартырға тигән ҡарар ҡабул ителде. 3 ғинуарҙа республикала ғәмәлдә булған алкоголь һатыуҙы тулыһынса тыйыу бөтөрөлә. Бынан тыш, 4-6 ғинуарҙа һатыу ваҡыты оҙайтыла».
Яңы йыл каникулдарында Башҡортостанда алкоголь продукцияһы нисек һатыла:
1 ғинуарҙа – иртәнге сәғәт 8-ҙән төнгө 11-гә тиклем
2 ғинуарҙа – иртәнге сәғәт 8-ҙән төнгө 11-гә ҡәҙәр
3 ғинуарҙа – иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 5-кә тиклем
4 ғинуарҙа – иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә ҡәҙәр
5 ғинуарҙа – иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә тиклем
6 ғинуарҙа – иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә ҡәҙәр
7 ғинуарҙа – иртәнге сәғәт 8-ҙән төнгө 11-гә тиклем
8 ғинуарҙа – иртәнге сәғәт 8-ҙән төнгө 11-гә ҡәҙәр
9 ғинуарҙа – иртәнге сәғәт 8-ҙән төнгө 11-гә тиклем.