

Дүртөйлө районының Әңгәсәк ауылында 51 йәшлек Өфө кешеһе идара иткән «ГАЗ» йөк машинаһы менән ҡаршыға килгән Renault Fluence машинаһы бәрелешкән, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте.
Си ил автомобиленең 28 йәшлек водителе һәм уның пассажиры — 28 йәшлек ҡыҙ авария урынында вафат булған. Икенсе водитель дауаханаға оҙатылған.
Фото:Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте