

“Спутник М” препараты “Спутник V” вакцинаһы нигеҙендә эшләнгән, шулай уҡ ике компоненттан тора. Икенсеһен 21 көндән һуң яһатырға кәрәк. 15 йәшкә тиклемге балаларға прививка ата-әсәләрҙең йәки бәлиғ булмағандарҙың законлы вәкилдәренең ризалығы, балаға 15 йәш тулһа, уның үҙ ризалығы менән эшләнә.
Алдан хәбәр ителеүенсә, Рәсәйҙә үҫмерҙәргә прививка яһау йыл аҙағында уҡ башланасаҡ.