Әлеге ваҡытта республикала халыҡтың 60% прививка эшләткән. Ауырығандарҙы ла иҫәпкә алғанда, коллектив иммунитет 70 процентҡа яҡынлашып килә. Коллектив иммунитет булдырыу өсөн был ғына етмәй, тип билдәләне ведомство башлығы.
Яҡын арала, тәү сиратта вакцинация иҫәбенә, коронавирусҡа коллектив иммунитет булдырырға кәрәк, тине Забелин. «Беҙҙең иҫәпләүҙәр буйынса, февраль баштарында беҙ шуға өлгәшергә тейешбеҙ», — тип өҫтәне ул.
Башинформ