

«Медицина форумында нимә кәрәклеге тураһында һөйләштек. Хәҙер беҙҙең проекттар һәм технологиялар буйынса Силәбелә ковид-госпиталдәр ҡалҡып сыҡты, Ырымбурҙа, Калугала төҙөлөп бөтөп килә тип ышаныслы әйтә алабыҙ. Белгородта ике госпиталь төҙөү эшенә тотондолар. Был бик уңышлы проект булып сыҡты», – тине Башҡортостан Башлығы.
Шәмбе Сибайҙа һәм Туймазыла ике яңы инфекция үҙәге төҙөлөшөнә старт бирелде, тип иҫкә төшөрҙө Радий Хәбиров.
«Уларҙың төҙөлөшөн контролдә тоторға, тиҙерәк төҙөп бөтөргә кәрәк, сөнки коронавирус инфекцияһына бәйле хәлдең артабан нисек булырын белмәйбеҙ», – тине республика етәксеһе.