Новости
7 Декабрь 2021, 14:30

Юл фажиғәһендә һәләк булған өс бер туғанды һуңғы юлға оҙаталар

Бөгөн, 7 декабрҙә, Әбйәлил районы Рыҫҡужа ауылында бер юлы өс ирҙе ер ҡуйынына тапшыралар. Улар юл-транспорт фажиғәһенә осраған. Ҡуса - Златоуст трассаһында ВАЗ-2109 менән «Газель» йөк машинаһы бәрелешкән.

Юл фажиғәһендә һәләк булған өс бер туғанды һуңғы юлға оҙаталарЮл фажиғәһендә һәләк булған өс бер туғанды һуңғы юлға оҙаталар
Юл фажиғәһендә һәләк булған өс бер туғанды һуңғы юлға оҙаталар

Фажиғә 5 декабрҙә булған, тип хәбәр итте Силәбе өлкәһе ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте. Еңел автомобилдә 4 йәшлек малай ҙа булған, хәҙер Силәбе табиптары уның ғүмере өсөн көрәшә.
Һәләк булған водителдең исеме - Вадим, иҫән ҡалған малай - уның улы Рамазан. Ғаиләлә тағы йәш ярымлыҡ Арыҫлан исемле малай үҫә, ә Вадимдың ҡатыны Вәлиә өсөнсө бәпәй көтә. Йәш ҡатын балалары менән яңғыҙ тороп ҡалған.
"Улым, йәшә! Тик һин йәшә генә! Мин яныңда, бәләкәсем минең!", - тип яҙған ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ!

 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Рәсимә Фәтҡуллина
Читайте нас