Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Декабрь 2021, 20:00

"Белһәгеҙ, әлеге мәлдә нисек ауыр икәнен. Бер ара еңелерәк кеүек булып тора ла, унан тағы килтереп һуға..."

Уның бала сағы күпселек нәнәйе менән ҡартатайы янында уҙған

"Белһәгеҙ, әлеге мәлдә нисек ауыр икәнен. Бер ара еңелерәк кеүек булып тора ла, унан тағы килтереп һуға..."
"Белһәгеҙ, әлеге мәлдә нисек ауыр икәнен. Бер ара еңелерәк кеүек булып тора ла, унан тағы килтереп һуға..."

Йырсы Гөлназ Асаева “Инстаграм”да ҡартатаһы тураһында йылы һәм һағышлы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Белеүебеҙсә, күптән түгел ул һөйөклө ҡартатаһын юғалтыу ҡайғыһын кисерҙе (йырсы Рөстәм Асаевтың атаһы).

“Минең бала сағым күпселек нәнәй менән ҡартатай янында уҙҙы. Мин тыуғанда әсәйем – беренсе, атайым өсөнсө курста уҡыған булған. Әсәйем (йырсы Лилиә Биктимерова – автор) академ отпуск алып, мине ҡараған. Ә инде бер йәш ике ай тигәндә әсәйемде уҡырға ебәреп, мине нәнәй менән ҡартатай алып ҡалған. Әлбиттә, аҙна һайын әсәй-атай ҡайтып йөрөгән.

Бала сағымды йылылыҡ менән иҫкә алам. Атайҙарым, әсәйемә рәхмәтлемен, әммә йөрәгемдең түрендә – нәнәй менән ҡартатай.

Балалар баҡсаһына йөрөткәндәре иҫтә. Мине бик осондоралар ине. Баҡсаға үҙем атлап та инмәйем, ҡартатай күтәреп кенә алып бара. Ҡайтыуыма нәнәй тәмлекәстәр бешереп ҡуя. Ҡурсаҡ урынына ҡарайҙар ине. Кистәрен йыр йырлайҙар, ҡартатай баянда уйнай, нәнәй йырлай, уға мин ҡушылам...

Белһәгеҙ, әлеге мәлдә нисек ауыр икәнен. Бер ара еңелерәк кеүек булып тора ла, унан тағы килтереп һуға... Һеҙҙең менән бүлешкәс, нисектер еңелерәк булып ҡалған кеүек...

Хәҙер мин ҡартатайымды үҙемдең фәрештәм кеүек итеп күрәм. Тыныс йоҡла, ҡартатайым... Һин мәңге беҙҙең йөрәктә булырһың...”

Гөлназға һәм атаһы Рөстәм Асаевҡа, шулай уҡ яҡындарына ныҡлыҡ, сабырлыҡ теләйбеҙ.

 

 

Фото: Гөлназ Асаеваның “Инстаграм”дағы сәхифәһенән.

Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: