Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2021, 10:00

Республикала яңы йыл байрамдарында алкоголь һатыуҙы сикләүҙәр йомшартыла

Дәүләт Йыйылышында тейешле республика законына төҙәтмәләр әҙерләнде.

Республикала яңы йыл байрамдарында алкоголь һатыуҙы сикләүҙәр йомшартыла

Закон проектына ярашлы, 3, 4, 5 ғинуарҙа – киске сәғәт 5-тән иртәнге 10-ға, 6 ғинуарҙа киске 5-тән төнгө 11-гә тиклем алкоголь һатыу тыйыла. Быға тиклем 3 ғинуарҙа спиртлы эсемлектәрҙе дөйөм туҡланыу урындарында ғына һатып алырға мөмкин ине, 4-6 ғинуарҙа магазиндарҙа хәмер сәғәт 10-дан көндөҙгө 2-гә ҡәҙәр һатылды.

Закон проекты менән Башҡортостандың сауҙа министры урынбаҫары Азат Асҡаров Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, инновацион үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитеты ултырышында таныштырҙы.

Сикләүҙәр бизнес-берләшмә, власть һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары менән кәңәшләшкәндән һуң индерелде, тине министр урынбаҫары. Сикләүҙәр ялған хәмерҙе һатыуҙы арттырыуға килтерә, шулай уҡ сауҙа нөктәләрен законды боҙорға мәжбүр итә, тип билдәләй эксперттар.

Яңы йыл каникулдарында иҫерткес эсемлектәрҙе һатыуҙы сикләү тураһында 2019 йылда ҡабул ителгәйне. Башҡортостан илдә ошондай тәжрибә үткәрелгән берҙән-бер төбәк булып тора.

 

Башинформ

Фото: https://pixabay.com/ru

Автор:Гөлнора Йәмилева