Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2021, 12:00

18 декабрҙән ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?

Яуап - республиканың баш санитар табибы ҡарарында.

18 декабрҙән ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?
18 декабрҙән ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?

28 сентябрҙән 14 ноябргә тиклем барған тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә республикала 19 сауҙа эшмәкәрлеге туҡтатылды. Сәбәбе – санитария ҡанундарын боҙоуҙа (антисептиктар, һауаны йоғошһоҙландырыу саралары юҡлығы, битлек режимын, социаль дистанцияны күҙәтмәү).

Ә 18 декабрҙән эш биреүселәр вакцина яһатмаған һәм һуңғы алты айҙа кисерелгән коронавирус сире тураһында белешмәһе булмаған хеҙмәткәрҙәрҙе эштән ситләштерәсәк.

Хеҙмәткәрҙәренең 80 проценттан да аҙы ковидтан прививка яһатҡан эш биреүселәрҙе ниндәй яза көтә? Быға республиканың баш санитар табибы ҡарарында яуап бар:”2021 йылдың 18 декабренән һуң ойошма һәм предприятие хеҙмәткәрҙәренең 80 проценты вакцина яһатыуҙың икенсе этабын үткән булырға тейеш”. Үтәлмәгән осраҡта протокол төҙөлә, ә аҙаҡ  ярайһы ҡәтғи яза биреләсәк,

 

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Дина Арсланова
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: