Новости
29 Ноябрь 2021, 11:01

Киҫкен ел, томан һәм боҙлауыҡ: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы яуынлы һауа торошо тураһында иҫкәртә

Республикала уңайһыҙ һауа шарттары фаразлана.

Киҫкен ел, томан һәм боҙлауыҡ: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы яуынлы һауа торошо тураһында иҫкәртәКиҫкен ел, томан һәм боҙлауыҡ: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы яуынлы һауа торошо тураһында иҫкәртә
Киҫкен ел, томан һәм боҙлауыҡ: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы яуынлы һауа торошо тураһында иҫкәртә

Ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 30 ноябрҙә көндөң болотло булыуы көтөлә. Төндә урыны менән бер аҙ епшек ҡар, көндөҙ епшек ҡар, ямғыр яуа. Айырым райондарҙа томан төшә, юлдарҙа — боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан секундына 7-12 метр тиҙлектә иҫә, көндөҙ урыны менән секундына 15-20 метрға етеүе ихтимал.

Һауа температураһы төндә 0,-5, көньяҡ-көнсығышта -12, көндөҙ +3,-2 градус була. Автомобиль юлдарында томан, боҙлауыҡ, 500 терҙан күреү мөмкинлеге кәмей.

Өфөлә лә көн болотло була. Төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ епшек ҡар, ямғыр яуа. Төндә урыны менән боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан секундына 7-12 метр тиҙлектә иҫә, көндөҙ урыны менән 17 метрға етеүе ихтимал.

Температура төндә -1,-3, көндөҙ иһә +1,+3 градус була. Автомобиль юлдарында томан, боҙлауыҡ, 500 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.

 

Башинформ

Илья Кузнецовфотоһы (https://vk.com/ishimbaiphoto)

Автор:Рәсимә Фәтҡуллина
Читайте нас