Новости
26 Ноябрь 2021, 07:02

Йәнә 12 камера ҡуйыла

Әле район юлдарында туғыҙ камера эшләй.

Нуриман районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, райондағы төбәк һәм урындағы юл участкаларында “Ростелеком” юл ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын фотоға һәм видеоға теркәү өсөн 12 стационар комплекс ҡуя башланы.

Әйткәндәй, туғыҙ камера Нуриман районында 2019 йылдан эшләй. Йыл аҙағына тиклем яңы теркәү ҡулайламаларын Павловка, Ҡыҙылъяр, Сандар, Яманпорт ауылдарында, шулай уҡ Өфө – Иглин – Павловка автомобиль юлында Иҫке Күл, Нимесләр, Яңы Бәҙәй, Оло Теңкәш ауылдары янында урынлаштыралар.

“Фотоға, видеоға теркәү камералары юлдағы хәлгә ыңғай йоғонто яһар, ҡағиҙәләрҙе боҙоу осраҡтарын, фажиғәләр һанын кәметеүгә булышлыҡ итер, тип ышанам", – тине Нуриман районы хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/183114

Лилия Давлетбакова
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас