

Яңғыҙ аҡҡош осоп китә алмай интегә. Эттәр талап ҡуймаһын, тип шылтыратып әйткәндәр Ахун ауыл советы башлығы Әмир Харисовҡа.
«Беҙ хакимиәт водителе менән шунда уҡ барып таптыҡ. Ысынлап та, меҫкен ҡош бөтөнләй хәлһеҙләнгән, әммә имгәнгәнлеге күренмәй», — ти ул.
Аҡҡошто Ғәли Кәримов үҙенә алған. Уның аҡҡошто ҡарау өсөн махсус шарттары юҡ. Ләкин ауыл советында ярҙам итергә вәғәҙәләгәндәр, тип яҙа «Учалы гәзите».
Башинформ
Фото: Учалы гәзите