Новости
15 Ноябрь 2021, 07:20

Башҡортостанда йөк поезы бер ҡатынды бәрҙергән

Иртән бер ҡатын Өфө-Абдулла йөк поезы аҫтында ҡалған.

Башҡортостанда йөк поезы бер ҡатынды бәрҙергәнБашҡортостанда йөк поезы бер ҡатынды бәрҙергән
Башҡортостанда йөк поезы бер ҡатынды бәрҙергән

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, йәйәүле тимер юлын тыйылған урындан сығып барған.

Был ваҡиғаның шаһиттары ашығыс ярҙам саҡыртҡан. 61 йәшлек ҡатын Дәүләкән үҙәк район дауаханаһына оҙатылған. Табиптар ябыҡ баш мейеһе йәрәхәте тигән диагноз ҡуйған.

«Автомобиль һәм тимер юл хәрәкәте штат режимында», - тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

 

Башинформ

Фото: https://pixabay.com/ru

Автор:Рәсимә Фәтҡуллина
Читайте нас