Новости
15 Ноябрь 2021, 12:16

Башҡортостанда һауа температураһының йәнә үҙгәреүе көтөлә

Һауа температураһы көндөҙ +1, төндә иһә -25 градус була.

Башҡортостанда һауа температураһының йәнә үҙгәреүе көтөләБашҡортостанда һауа температураһының йәнә үҙгәреүе көтөлә
Башҡортостанда һауа температураһының йәнә үҙгәреүе көтөлә

Башгидрометүҙәктән был аҙнаға һауа торошон хәбәр иттеләр. Синоптиктар фаразынса, республикала йәшәүселәрҙе һауа температураһының үҙгәреүе көтә. Шишәмбе, 16 ноябрҙә, Башҡортостанда яуым-төшөмһөҙ һалҡын һауа торошо һаҡлана. Төндә һауа температураһы -13, -18, аяҙытҡанда -23, көндөҙ -6, -11 градус була.

«Аҙна уртаһында атмосфера баҫымы түбәнәйә башлай, атмосфера зонаһы фронттарында ҡар, епшек ҡар яуа, урыны менән буран, боҙлауыҡ күренештәре, юлдарҙа ҡар һырынтылары. Һауа температураһы төндә -6, -11, көндөҙ +1, -4 градусҡаса күтәрелә. 18 ноябрҙә һауа торошоноң йәнә һалҡын булыуы көтөлә. Төндә -13, -18, урыны менән -20, -25, көндөҙ -5, -10 градус», - тип иҫкәртте метеорологтар.

Аҙна аҙағында һауа торошо йәнә боҙола, ҡар яуыуы, буран сығыуы ихтимал. Һауа температураһының күтәрелеүе көтөлә.

 

Башинформ

Илья Кузнецов фотоһы (https://vk.com/ishimbaiphoto)

Автор:Фирүзә Ильясова
Читайте нас