Новости
9 Ноябрь 2021, 13:19

Башҡортостанда Шүлгәнташ мәмерйәһенә экскурсиялар ваҡытлыса туҡтатылды

Бындай ҡарар Бөрйән районындағы ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә бәйле ҡабул ителде.

Башҡортостанда Шүлгәнташ мәмерйәһенә экскурсиялар ваҡытлыса туҡтатылдыБашҡортостанда Шүлгәнташ мәмерйәһенә экскурсиялар ваҡытлыса туҡтатылды
Башҡортостанда Шүлгәнташ мәмерйәһенә экскурсиялар ваҡытлыса туҡтатылды

«Шүлгәнташ» дәүләт ҡурсаулығының музей-экскурсия комплексы үҙ эшен ваҡытлыса туҡтата – 2021 йылдың 8-21 ноябрендә экскурсиялар уҙғарылмай. Ҡунаҡ йорттары ла эшләмәй.

Комплекстың эш режимына үҙгәрештәр индергәндә ҡурсаулыҡ хакимиәте был хаҡта үҙенең рәсми сығанаҡтарында хәбәр итәсәк.

 

Башинформ

Фото: https://vk.com/public140304465

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас