

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҡыусылар көҙгө каникулдан һуң 8 ноябрҙә мәктәпкә барырға тейеш ине. Хәҙер уларҙың ялы йәнә бер аҙнаға оҙайтылды.
Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, былтыр, көҙгө каникул ваҡытында, уҡыусылар өс аҙна ял итһә лә, был программаларҙы үҙләштереүгә йоғонто яһаманы, уҡыусылар материалды тулыһынса өйрәнде. Әйткәндәй, бер йыл элек эпидемиологик хәл еңелерәк ине.
8 ноябрҙән республиканың балалар баҡсалары ла штат режимында эшләй.
Башҡортостандың өҫтәмә белем биреү учреждениелары, колледждары һәм республикала урынлашҡан юғары уҡыу йорттары 8 ноябрҙән дистанцион белем алыуға күсә.