10 ноябрҙә Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам итеү үҙәгендә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә “Экспорт проектының тормош циклы” программаһының “Онлайн-экспорт мөмкинлектәре” тип аталған туғыҙынсы семинар ойошторола.
– Урындағы етештереүселәргә ярҙам итеү – Башҡортостан Хөкүмәте эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше. Тик эҙмә-эҙлекле һәм адреслы эшмәкәрлек кенә беҙҙең экспортҡа йөҙ тотҡан предприятиеларға тышҡы баҙарға сығыу мөмкинлеге бирәсәк. Беҙҙә ыңғай динамика бар – күп компаниялар үҙҙәренең тауарын халыҡ-ара маркетплейстарға урынлаштырҙы, артабан да ошо йүнәлештә эшләргә йыйынабыҙ, – тине тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Замандың интернет-технологияларын файҙаланыу экспортсыларға тышҡы сауҙа эшмәкәрлеге алып барыу өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр бирә.
Семинарҙа халыҡ-ара онлайн-һатыуҙарҙың мөһим аспекттары ҡараласаҡ: интернет-һатыуҙың иң отошло моделен һайлау, электрон һатыу өсөн булған майҙандарҙы анализлау (маркетплейс йәки үҙ интернет-магазины), һәр береһенең өҫтөнлөгө һәм үҙенсәлектәре, төрлө илдәрҙә интернет-сауҙа күләменә тәьҫир иткән иҡтисади шарттар, экспортҡа сығаралған тауарҙың реклама стратегияһын эшләү, интернет-аудиторияның лояллеген күтәреү һәм башҡалар.
Сараның спикеры булып Экспорт мәктәбенең “Экспорт проектының тормош циклы” программаһы буйынса федераль тренеры Рита Аҡсурина торасаҡ.
Семинарҙа ҡатнашырға теләгән һәр кемде 10 ноябрҙә иртәнге 10-дан киске 18 сәғәткә тиклем “Nesterov Plaza” ҡунаҡханаһында, Үрге сауҙа майҙаны, 2, адресы буйынса “Аксаков” залында көтәләр. Сарала ҡатнашыу өсөн бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре, экспорт йүнәлешендә эш башларға йыйынған экспортер-предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре саҡырыла. Ҡатнашыу бушлай, тик ошо сайтта теркәү үтергә генә кәрәк: exportedu.ru/events/3885
Билдәле булыуынса, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланды.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан