Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Октябрь 2021, 21:50

Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә ҡайһы бер категориялар өсөн коронавирустан мотлаҡ вакцинация индерелде

Был хаҡта 26 октябрҙә хөкүмәттең ковид менән көрәш буйынса координация советы ултырышында Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попова хәбәр итте.

Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә ҡайһы бер категориялар өсөн коронавирустан мотлаҡ вакцинация индерелде
Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә ҡайһы бер категориялар өсөн коронавирустан мотлаҡ вакцинация индерелде

«Бөгөнгә Рәсәйҙең барлыҡ субъекттарында баш дәүләт санитар табиптар ҡайһы бер категорияларға мотлаҡ прививка яһау тураһында ҡарар ҡабул итте», — тип белдерҙе Анна Попова.

Мотлаҡ вакцинация уҡытыусыларға, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә, табиптарға, сауҙа, дөйөм туҡланыу, транспорт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә ҡағыла. Бынан тыш, хеҙмәткә алынырға тейешле граждандарға, студенттарға һәм 60 йәштән өлкәндәргә коронавирустан прививка эшләйҙәр.

Роспотребнадзор етәксеһе һүҙҙәренсә, халыҡтың 60% күберәгенә хәүефле инфекциянан прививка яһалған илдәрҙә сирҙең интенсив күрһәткесе йәйгеһе менән сағыштырғанда түбәнерәк.

 

Башинформ

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: