

Кесаҙна, 4 ноябрь — дәүләт байрамы, шуға күрә был көндө почта бүлексәләре асылмай. Шаршамбы, 3 ноябрҙә, улар бер сәғәткә иртәрәк ябыла, ә йома, 5 ноябрҙә, шәмбе графигы буйынса эшләй.
«Клиенттарға бүлексәләргә барыуҙан тыйылып торорға, шулай уҡ беҙҙең онлайн-сервистарҙан файҙаланырға кәңәш бирәбеҙ. Почта бүлексәһенә килергә кәрәк икән, барыһынан да социаль арауыҡты һаҡлауҙарын, битлек, бирсәткә кейеүҙәрен һорайбыҙ», — тине Федераль почта элемтәһе Башҡортостан идаралығының матбуғат секретары Борис Слуцкий.