Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Октябрь 2021, 20:12

Башҡортостанда йәмәғәт урындарына барғанда ПЦР-тестарҙы күрһәтеү ғәмәлдән сығарылды

27 октябрҙән республикала ковидҡа ҡаршы указға ПЦР-тестарға ҡағылышлы үҙгәрештәр көсөнә инде.

Башҡортостанда йәмәғәт урындарына барғанда ПЦР-тестарҙы күрһәтеү ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостанда йәмәғәт урындарына барғанда ПЦР-тестарҙы күрһәтеү ғәмәлдән сығарылды

Бөгөндән сауҙа үҙәктәренә, матурлыҡ салондарына, бассейндарға, фитнес-үҙәктәргә, музейҙарға, күргәҙмә залдарына, китапханаларға ковидтан прививка тураһында сертификат йәки ярты йыл эсендә коронавирус менән сирләү хаҡында белешмә менән генә инергә мөмкин.Шул уҡ ваҡытта пациенттарҙы дауаханаға һалғанда ПЦР-тест үтеү тураһында белешмә ғәмәлдә була.

Бынан алда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ПЦР хаҡында белешмәләрҙән баш тартыуҙың нимәгә бәйле булыуын аңлатты. Уның һүҙҙәренсә, вакцинация – коллектив иммунитет булдырыуҙың берҙән-бер ысулы. Ул шулай уҡ ҡала һәм район башлыҡтарына «халыҡҡа һәм ҙур предприятиеларҙың етәкселәренә санитар-эпидемиологик талаптарҙың асылын яҡшылап аңлатыу» үтенесе менән мөрәжәғәт итте.

 

Башинформ

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: