Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Октябрь 2021, 14:30

Ялған белешмәне кем һатҡан?

Сибайҙағы ҡырын эш оператив-тикшереү эшмәкәрлеге нигеҙендә асыҡланған.

Ялған белешмәне кем һатҡан?
Ялған белешмәне кем һатҡан?

Сибайҙа урындағы дауахананың шәфҡәт туташы һәм биологы коронавирус инфекцияһынан вакцина эшләтеү буйынса ришүәт алыуҙа һәм ялған документ әҙерләүҙә ғәйепләнә.

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығының Сибай район-ара тәфтиш бүлеге тарафынан “Сибай ҡалаһының үҙәк дауаханаһы” учреждениеһының өлкән кешеләр өсөн бүлексәнең шәфҡәт туташына һәм клиник-диагностика лабораторияһы биологына ҡарата ике енәйәт эше ҡуҙғатылған. Улар, һәр береһенең ҡатнашлығынан сығып, Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексының  290-сы статьяһының 3-сө өлөшө (ришүәт алыу), 292-се статьяһының 1-се өлөшө, 33-сө статьяһының 5-се өлөшө, 292-се статьяһының 1-се өлөшө (хеҙмәт ялғанлығы һәм уны ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итеү) буйынса шик аҫтына алынған.

Тәфтишселәр фаразы буйынса, быйыл сентябрҙә шәфҡәт туташы, хеҙмәттәшенең законһыҙ тәҡдименә ризалашып, коронавирус вакцинаһы эшләр алдынан туғыҙ кеше ҡаралды һәм уларға вакцина яһалды тигән ялған мәғлүмәтте һаулыҡ һаҡлауҙың Берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһына индергән. Вакцина эшләтеү тураһында ялған белешмә әҙерләп, уларҙы әшнәһе аша граждандарға тапшырған. Лаборатория хеҙмәткәре күрһәткән хеҙмәт өсөн 45 мең һум аҡса алған, уның 19 мең һумын шәфҡәт туташына биргән.

Был енәйәт Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының һәм Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының хеҙмәткәрҙәренең оператив-тикшереү эшмәкәрлеге нигеҙендә асыҡланған.

Әлеге мәлдә шик аҫтында булғандарға ҡарата тәфтиш эшмәкәрлеге алып барыла, хөкөм сараһы ҡарала. Тәфтишселәр ҡылынған енәйәттең барлыҡ нескәлектәрен, шулай уҡ шик аҫтында булғандарҙың ошондай енәйәттәргә ҡыҫылышы булыуы ихтималын асыҡлай.  

 

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: https://vk.com/surbskr


#скр #скрф #скроссии #следственныйкомитет #следкомрб #скр02#Башкортостан #Сибай #подлог #взятка #коррупция

 

Рәмилә Мусина
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: