Новости
22 Октябрь 2021, 11:24

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел һәм томан хаҡында иҫкәртә

Республикала йәнә тотороҡһоҙ көн торошо күҙаллана

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел һәм томан хаҡында иҫкәртәБашҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел һәм томан хаҡында иҫкәртә
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел һәм томан хаҡында иҫкәртә

Синоптиктар белдереүенсә, 23 октябрҙә аяҙайыусан болотло көн торошо көтөлә. Урыны менән бер аҙ ямғыр яуасаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан секундына 7-12 метр тиҙлектә иҫәсәк, урыны менән 15-20 м/с буласаҡ. Һауа температураһы төндә +4,+9, көндөҙ +8,+13 градус күрһәтәсәк. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында төндә һәм иртән күреү мөмкинлеге 500-1000 метрға еткән томан төшәсәк.

Өфөлә беҙ аҙ яуым-төшөмлө аяҙлы-болотло көн торошо көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан секундына 7-12 метр, урыны менән 15-20 метр тиҙлеккә барып етәсәк. Һауа температураһы төндә +5,+7, көндөҙ +11,+13.

 

ПМИ Башинформ.рф(баш)

Илья Кузнецов фотоһы (https://vk.com/ishimbaiphoto)

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас