Новости
17 Октябрь 2021, 03:20

Инвесторҙың ниәте – туристик база төҙөү

Проектты тормошҡа ашырыу маҡсатында ул Нура йылғаһын, яр буйҙарын таҙартыуҙа, шулай уҡ йылғаның төбөн тәрәнәйтеүҙә ярҙам һорай.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.

Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү менән бер рәттән, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Белорет районы хакимиәте башлығы Анрей Иванюта уҙғарған шундай кәңәшмәлә төбәк өсөн мөһим инвестиция проекты ҡаралды.

Инвестор туристарға ял итеү базаһы төҙөп, йылғалар буйлап ағыу, тауҙарға артылыу, тәбиғәт ҡосағында квадро һәм джиптурҙар ойошторорға ниәтләй. Проектты тормошҡа ашырыу маҡсатында ул Нура йылғаһын, яр буйҙарын таҙартыуҙа, шулай уҡ йылғаның төбөн тәрәнәйтеүҙә ярҙам һорай. Эргәһенән ер участкаһы алыуҙы күҙаллай.

Инвесторға был мәсьәлә буйынса Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына мөрәжәғәт итергә кәңәш бирелде. Хакимиәт башлығы яуаплы хеҙмәткәрҙәргә мәсьәләне өйрәнеп, ҡарар сығарыу өсөн компетентлы ведомстволарға хат әҙерләргә ҡушты.

 

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Римма Султанова
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас