Заказлы хаттар менән ебәрелгән мөлкәт, транспорт, ер һәм башҡа һалымдар хат таратыусылар адресаттарҙың ҡулына тапшыра. Әгәр ҙә улар өйҙә булмаһа, почта хеҙмәткәре заказлы хатты йәшәү урынына ҡараған почта бүлексәһендә алырға мөмкин тигән белешмә ҡалдыра.
Клиентта «Ябай электрон ҡултамға» сервисы тоташҡан булһа, почта бүлексәһендә уға һалым органынан килгән заказлы хатты документһыҙ, ҡағыҙ тултыртмайынса ғына бирәсәктәр.
Һалымдарҙы хат таратыусының мобиль терминалынан йәки почта бүлексәһендә шунда уҡ түләргә мөмкин.



