Йыш ҡына йәштәрҙе ялҡауҙар, үҙаллы түгелдәр, яңы башланғыстарға ынтылмайҙар тип әрләйҙәр. Әммә республиканың мәшғүллек үҙәктәре мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн йәш ҡыҙҙар һәм егеттәр өйҙәрендә ултырырға теләмәй һәм әүҙем рәүештә аҡса эшләү юлдарын эҙләй. Шуныһы ла бар: эш биреүселәр тәжрибәһеҙ хеҙмәткәрҙәрҙе ялламаҫҡа тырыша, быны хәүефле тип иҫәпләй, ә үҙ эшеңде өлкәнәйгәс тә көйләп ебәреүе еңел түгел бит.
– Беҙгә социаль селтәрҙәр һәм телефон аша бер ай эсендә 500-ҙән меңгә тиклем мәктәп уҡыусылары һәм студенттарҙан мөрәжәғәттәр килә, улар ваҡытлы йәки даими эш табырға теләй, – ти Өфөнөң йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге директоры Елена Недопекина. – 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәргә баш ҡалала ваҡытлы эш табыуы еңел түгел. Улар өсөн вакансиялар әҙ, бәлиғ булған тәжрибәһеҙҙәр өсөн тәҡдимдәр күберәк. Башлыса кафеларҙа официант, ашнаҡсы булып эшләргә теләйҙәр. Шулай уҡ промоутерҙарҙы саҡыралар, уларҙың эш хаҡы – сәғәтенә 120 һумдан башлана.
Йәштәр потенциаль эш биреүсе менән таныша алһын өсөн мәшғүллек үҙәктәре даими рәүештә уларға вакансиялар йәрминкәһе һәм уңышлы кешеләр менән осрашыуҙар үткәреп тора. Был эш “Демография” милли проекты маҡсаттарына тап килә.
Билдәле булыуынса, “Демография” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланды.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Альфия Мингалиева