«Бында даими рәүештә сәғәттең дөрөҫлөгөн тикшереп торорға кәрәк. Аҡса һәм ресурстар булһа, бер эш, бөтә объекттарҙы әҙерләүҙе синхронлаштырыу, халыҡ менән эшләү мөһим. Икенсе мәсьәлә — Рәсәй Президентының ер участкаһы сиктәренә тиклем бушлай газ үткәреү программаһы. Бында ла нескәлектәр күп. Йыл аҙағынаса ниндәй күләмдә газ үткәрергә тейеш инек, киләһе йылға ошо программа буйынса ниндәй бурыстар тора — бөгөн беҙ ошо хаҡта һөйләштек», — тине республика етәксеһе.
Республикала «Газпром» мәнфәғәтендә Ростех һәм Газпром менән индустриаль двигателдәр йыйыу һәм һынау өсөн комплекс төҙөү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйыуҙы Радий Хәбиров газ форумының мөһим һөҙөмтәләренең береһе тип атаны.
«Газпром» магистралдәрендә газ ҡыуыу өсөн двигателдәр әҙерләү йәһәтенән үҙебеҙҙең «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» һәм «Газпром» кооперацияһы мәсьәләһендә юридик нөктә ҡуйҙыҡ».
Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы, Сочи инвестиция форумы менән бер рәттән Газ форумы республика мотлаҡ ҡатнашҡан ҙур майҙансыҡтар иҫәбенә инә, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
«Был — республиканың ҡеүәте менән таныштырыу, уникаль мөмкинлек. Беҙ йыш бармайбыҙ, сөнки энергетик, финанс сығымдары талап ителә. Мөһим мәсьәләләр хәл ителгән һәм етди ойошмалар, компаниялар осрашҡан форумдарҙа мотлаҡ ҡатнашырбыҙ», — тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.



