Новости
7 Октябрь 2021, 05:37

Республикала көндәрҙең аҙ ғына ваҡытҡа йылытыуы фаразлана

Башҡортостанда ошо аҙнаның икенсе яртыһында йылы һауа массаһының таралыуына бәйле һауа температураһы нормаға яҡын һәм бер градусҡа юғарыраҡ була.

Республикала көндәрҙең аҙ ғына ваҡытҡа йылытыуы фаразланаРеспубликала көндәрҙең аҙ ғына ваҡытҡа йылытыуы фаразлана
Республикала көндәрҙең аҙ ғына ваҡытҡа йылытыуы фаразлана

Төндә -2,+3, урыны менән -7-гә тиклем, көндөҙ иһә +10,+15 градус.

Өфөлә максималь һауа температураһының +13 градус булыуы көтөлә.

«Республика биләмәһенә антициклон күсә, шуға әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Аҙна аҙағында һалҡын фронт яҡынлашыуға бәйле яуым-төшөм ихтималлығы арта. Һауа температураһы йәнә түбәнәйә», — тип хәбәр иттеләр Башгидрометүҙәктән.

 

 

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
 
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас