Новости
5 Октябрь 2021, 12:45

Республикала Гай ҡалаһында үлтерелгән студент ҡыҙҙар менән хушлаштылар

Башҡортостандың ике районында Гай медицина колледжының үлтерелгән студенттарын һуңғы юлға оҙаттылар. 

Республикала Гай ҡалаһында үлтерелгән студент ҡыҙҙар менән хушлаштыларРеспубликала Гай ҡалаһында үлтерелгән студент ҡыҙҙар менән хушлаштылар
Республикала Гай ҡалаһында үлтерелгән студент ҡыҙҙар менән хушлаштылар

18 йәшлек Әҙиләнең кәүҙәһен — Күгәрсен районы Туйымбәт ауылында, 17 йәшлек Айгизәне һәм 19 йәшлек Зөлфиәне Баймаҡ районында ер ҡуйынына тапшырҙылар. Ерләү эштәрен урындағы хакимиәттәр булышлығында һәләк булған ҡыҙҙарҙың туғандары һәм яҡындары ойошторҙо. Бынан алда республика етәксеһе Радий Хәбиров муниципалитет властарына ошондай күрһәтмә биргәйне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 30 сентябргә ҡарай төндә Ыырымбур өлкәһендә Башҡортостандан өс ҡыҙ вәхшиҙәрсә үлтерелде. Икәүһенең кәүҙәһе — ҡуртым фатирында, өсөнсө мәйет күп фатирлы йорт ихатаһында табылды.

Шик аҫтына алынған 30 йәшлек Александр Лазаревты дүрт көндән һуң тоттолар. Ир үҙ ғәйебен таныуын белдерҙе.

 

 

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
 
Фото: социаль селтәрҙәр
Автор:Рәсимә Фәтҡуллина
Читайте нас