Новости
4 Октябрь 2021, 12:49

“Минең бизнесым” ярҙамға килер

Йыл аҙағына тиклем Учалы, Бәләбәй һәм Салауат ҡалаларында үҙәк вәкиллектәрен асыу ҡаралған.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә Октябрьский ҡалаһындағы “Минең бизнесым” офисында “Эшҡыуарлыҡтың юридик аспекттары һәм һалым һалыу системаһы” тренингы үтте.

Сарала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, үҙ эше менән мәшғүл булған 19 субъект ҡатнашты. Эшҡыуарҙар мәшғүллекте теркәү, быны эшләү тәртибе һәм ғәмәлдәге һалым һалыу системаһы төрҙәрендә ойошторолдо. Октябрьский ҡалаһының бизнес-шәрифе Сергей Литов республикала эшҡыуарлыҡ субъекттарына һәм үҙ эшен алып барған кешеләргә ғәмәлдәге дәүләт финанс ярҙамы саралары тураһында һөйләне.

Уҡыу сараһын Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты ярҙамында Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ойошторған.

Октябрьский ҡалаһындағы “Минең бизнесым” үҙәге “Башҡортостан Республикаһының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы” йәмғиәтенең структура бүлексәһе булып тора. “Берҙәм тәҙрә” форматында эшҡыуарлыҡ өсөн 150-нән ашыу дәүләт хеҙмәттәре тәҡдим ителә. Әле Башҡортостанда үҙәктең офистары Өфөлә, Нефтекамала, Күмертауҙа, Октябрьскийҙа һәм Стәрлетамаҡта бар.

Һуңғы өс ҡалалағы офистар 2020–2021 йылдарҙа асылған. Һәр офиста нетворкинг, коворкинг, һөйләшеүҙәр алып барыу һәм балалар өсөн дә мөйөш бар. Йыл аҙағына тиклем Учалы, Бәләбәй һәм Салауат ҡалаларында үҙәктең вәкиллектәрен асыу ҡаралған.

Башҡортостандың “Минең бизнесым” үҙәге, унда күрһәтелгән хеҙмәттәр тураһында тулы мәғлүмәт менән cmbrb.ru сайтында йәки +7(347) 224-99-99 телефоны аша танышырға мөмкин. 

 

 

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәмилә Мусина
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас