Әйткәндәй, өҫтәмә сит илдәге юғары уҡыу йортона уҡырға ингән осраҡта ла түләнә. Балаларына 18 йәш тулмаған пенсионер ата-әсәләр ҙә ҙур пенсия алырға хоҡуҡлы. Ләкин бала бәлиғ булғас, уның студент булыуын һәм эшкә урынлашмауын раҫларға кәрәк, тип белдерҙеләр фондта.
Эшкә һәләтһеҙ ғаилә ағзаларын ҡараған рәсәйҙәр ҙә арттырылған түләүҙәргә дәғүә итергә мөмкин.



