Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 5 октябрҙә республикала яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын.
Һауа тмператураһы төндә — 0, минус 5. Республиканың төньяҡ-көнсығышында 10 градусҡа тиклем һалҡын. Көндөҙ һауа 5-10 градусҡаса йылына.
6 октябрҙә урыны менән ҡар, ямғыр яуа. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын.
Һауа температураһы төндә плюс 2, минус 3 градус, аяҙытҡанда 8 градусҡа хәтлем һалҡын. Көндөҙ күпкә йылыраҡ — 7-12 градус.
Бөгөн, 4 октябрҙә, Башҡортостанда яуым-төшөм булмай. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын.
Һауа температураһы көндөҙ — 3-8 градус йылы.



