Бынан алда ҡыҙҙарҙы балта менән сабып үлтереүҙәре тураһында хәбәр ителгәйне. Криминалистар был мәғлүмәтте кире ҡаҡты. Енәйәт ҡылынған урында бысаҡ табылған.
Тәүҙә Гай ҡалаһының хоҡуҡ һаҡлаусылары 18 йәшлек Әнүәр Сыңғыҙовты шик аҫтына алған. Ләкин егет тәфтишселәрҙән ҡасмаған һәм енәйәт ваҡытында Өфөлә булғанын раҫлаған.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы 30 сентябргә ҡарай төндә Гай медицина колледжының 17, 18 һәм 19 йәшлек студенттарының ҡуртымға алынған фатирҙа үле килеш табылыуы тураһында хәбәр иткәйне. Өсөнсө ҡыҙҙың мәйете ихатала ятҡан.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса һәләк булған ҡыҙҙарҙың туғандары һәм яҡындары менән психологтар эшләй, муниципалитет башлыҡтары уларҙың кәүҙәләрен тыуған яғына алып ҡайтыуҙа һәм ерләүҙә ярҙам күрһәтә.



