Күгәрсен районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, Мораҡ ауылында яңы быуын китапханаһы асылды. Китапхананың заманса стандарты ауыл халҡын хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә. Өр-яңы мәғлүмәт технологиялары файҙаланылған китапхана Күгәрсен районының мәғлүмәти, мәҙәни һәм белем биреү үҙәгенә әүерелде.
“Мәҙәниәт” милли проекты нигеҙендәге конкурста тап беҙҙең китапхананың еңеүселәр иҫәбенә инеүе ҡыуаныслы ваҡиға”, – тине Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев.
Проектты тормошҡа ашырыуға федераль, республика һәм муниципаль бюджеттарҙан 25 миллион һум бүленде. Милли проект ярҙамында китап фонды 14 мең дана әҙәбиәт менән тулыланды. Яңыртылған китапхана ауыл халҡын буш ваҡытты файҙалы итеп үткәрергә, яңы китаптар менән танышырға, рәхәтләнеп аралашырға саҡыра.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/160216