

Кисә Нур-Солтандағы Дуҫлыҡ йортонда республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостанда тыуған һәм әле Ҡаҙағстанда йәшәгән яҡташтар менән осрашты.
Төбәк етәксеһе яҡташтарҙы башҡорт телендә сәләмләне.
– Хәйерле көн, ҡәҙерле дуҫтар, туғандар! Һаумыһығыҙ! Беҙ Ҡаҙағстанға сәфәр планлаштырған саҡта республикабыҙҙа тыуып үҫкән, әле бында йәшәгән, эшләгән һәм үҙҙәренең тамырҙары тураһында онотмаған кешеләр менән бик осрашырға теләгәйнек. Бында 17 мең башҡорт дуҫ-татыу ғүмер кисерә, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы урындағы етәкселеккә Ҡаҙағстанда йәшәгән бар халыҡтарға милли үҙенсәлектәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырған өсөн рәхмәт әйтте.
– Дуҫлыҡта һәм аңлашып йәшәү милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итә, – тине Радий Хәбиров. – Белеп тораһығыҙ, беҙ әүҙем рәүештә башҡорт теленә ярҙам итәбеҙ, уны үҫтерәбеҙ, ошо маҡсатта заманса һанлы технологияларҙы ҡулланабыҙ. Йыл ярым эсендә, телде өйрәнеүселәрҙең әҙерлек кимәле төрлө булыуын иҫәптә тотоп, 12 мобиль ҡушымта булдырҙыҡ. Уларҙың бөтәһен дә үҙеңә еңел генә күсереп алырға мөмкин. Үҙемдең телефонда ла ошондай бер нисә ҡушымта бар.
Республика етәксеһе оҙаҡламай сығасаҡ “Башҡортсофт” русса-башҡортса онлайн-тәржемәсе тураһында әйтте, яҡташтарыбыҙҙы башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙа әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырҙы.
– Бөгөн беҙ Нур-Солтанда Башҡортостандың вәкиллеген – Конгресс-бюроһын астыҡ. Мәғәнәһе буйынса ул - тышҡы иҡтисади һәм мәҙәни-гуманитар хеҙмәттәшлекте үҫтереү майҙансығы, – тине Радий Хәбиров. – Бурыстарының береһе – Ҡаҙағстанда йәшәгән башҡорттарға ярҙам итеү, даими бәйләнеш тотоу.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ ватандаштарыбыҙҙы Рәсәйгә күсереү буйынса дәүләт программаһы барлығы тураһында ла һөйләне.
– 2018 йылдан алып ошо нигеҙҙә республикабыҙға 200 яҡташыбыҙ ҡайтты, – тине Радий Хәбиров. – Әле 2026 йылға тиклем пландарҙы әҙерләү өҫтөндәбеҙ. Ошо программа менән танышыуығыҙҙы һорайым. Башҡортостан һеҙҙе көтә, саҡыра. Республикабыҙҙы үҫтерергә әҙер булған эшлекле һәм хеҙмәт һөйгән кешеләрҙең үҙебеҙгә ҡайтыуы яҡлыбыҙ. Бынан тыш, әле Башҡортостандан сыҡҡандарҙың балаларын төбәктең алдынғы юғары уҡыу йорттарында уҡытыу буйынса проект әҙерләйбеҙ.
Ҡаҙағстандағы “Аҡбуҙат” этномәҙәни берекмәһе етәксеһе Урал Аҙнабаев белдереүенсә, был - ошондай юғары кимәлдә үткән тәүге осрашыу.
– Беҙҙең өсөн Башҡортостан Башлығы менән аралашыу - ҙур ғорурлыҡ, – тине ул. – “Аҡбуҙат” этномәҙәни берекмәһе 2017 йылда барлыҡҡа килде. Беҙ Ҡаҙағстан халыҡтары ассамблеяһы сараларында әүҙем ҡатнашабыҙ, башҡорт мәҙәниәте кисәләре, байрамдар, күргәҙмәләр, спорт турнирҙары үткәрәбеҙ, башҡорт киноларын күрһәтәбеҙ. Йәштәр менән әүҙем эшләйбеҙ. Планда – йәкшәмбе мәктәбе асыу һәм уҡ атыу буйынса спорт клубы булдырыу. Һәр саҡ Ҡаҙағстандағы Рәсәй илселеге һәм Башҡортостан дәүләт власы органдары ярҙамын тоябыҙ.
Аҙаҡ Радий Хәбиров был турала социаль селтәрҙәрҙә фекерҙәре менән уртаҡлашты.
“Ҡаҙағстандан яҡшы кәйеф менән ҡайтам. Бында Башҡортостандан сыҡҡан кешеләр менән осраштыҡ. Ҡаҙағстанда 17 мең самаһы башҡорт йәшәй. Күптәре бында СССР ваҡытында сиҙәм күтәргәндә килгән һәм Нур-Солтан ҡалаһын Целиноград тип атағандар. Унда яҡташтарыбыҙҙы берләштергән йәмәғәт ойошмаһы булыуы бик ҡыуандыра. Улар менән аралаштыҡ, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итергә һөйләштек. Осрашыу бик йылы үтте, әйтерһең, улар тыуған яғында булды, беҙ иһә Башҡортостаныбыҙҙы хәтергә төшөрҙөк. Ә хәҙер - ҡайтырға!” – тип яҙҙы республика Башлығы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.