

“Йыл ректоры” премияһы йыл һайын Рәсәй профессорҙар йыйылышы тарафынан университет менән һөҙөмтәле етәкселек иткән, фән менән белем биреүҙе үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн бирелә. 2021 йылда был юғары исемгә Рәсәй вуздарының алты ректоры лайыҡ булған.
Салауат Сәғитов “Йыл ректоры 2021” премияһын илдең педагогия университеттары ректорҙары араһындағы номинацияла алған.
Бүләкләү тантанаһы ошо көндәрҙә Мәскәү ҡалаһында үткән “Фән һәм технологиялар 21 быуатта: трендтар һәм перспективалар” Профессорҙар форумы сиктәрендә булған. Уны Рәсәйҙең Фән һәм Юғары белем министры Валерий Фальков менән Рәсәй профессорҙар йыйылышы рәйесе Владислав Гриб үткәргән. Әйткәндәй, сара ил Президенты Владимир Путиндың указдары менән раҫланған “Фән” милли проекты нигеҙендә уҙғарылды.
– Ошо көндәрҙә Дондағы Ростов ҡалаһында “Йыл уҡытыусыһы” 2021 конкурсы үтә, унда илебеҙҙең иң яҡшы уҡытыусылары йыйылды. Беҙ, жюри ағзалары, уларҙы баһалаған саҡта ни тиклем яңы идеялар һәм ысулдарҙың мөһимлеген аңлайбыҙ һәм беҙҙең педагогия университеттарына беҙҙә булған иң мөһим ҡиммәттәрҙе индерәсәкбеҙ. Беҙҙең аҡһаҡалыбыҙ, Башҡортостандың Халыҡ шағиры Мостай Кәрим шулай тип әйткән: “Мин ике культты ғына таныйым: әсә культы һәм уҡытыусы культы”. Минеңсә, ул бик дөрөҫ әйткән, – тине М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52831