Новости
29 Сентябрь 2021, 14:29

Республикала һауала һәм тупраҡта ҡырау һаҡлана

Башҡортостанда 30 сентябрҙә төндә минус 1-6 градусҡа тиклем һалҡынайтып, һауала һәм тупраҡта ҡырау төшә, тип белдерҙеләр Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында, республика синоптиктары мәғлүмәттәренә нигеҙләнеп.

Республикала һауала һәм тупраҡта ҡырау һаҡланаРеспубликала һауала һәм тупраҡта ҡырау һаҡлана
Республикала һауала һәм тупраҡта ҡырау һаҡлана

Ведомствола билдәләүҙәренсә, ҡырау ауыл хужалығы үҫемлектәре өсөн хәүефле. Үҫемлектәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн уларҙы ҡапларға кәрәк.

Тәбиғәттә ял итеүселәргә һауа шарттарын иҫәпкә алыу мөһим. Һауа торошона ярашлы итеп кейенеү зарур.

Юлдарҙа ла иғтибарлы һәм һаҡ булырға, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен, тиҙлек режимын үтәргә кәрәк.

«Һауа температураһы түбәнәйгән осорҙа электр приборҙарын ҡулланыуға, мейес яғыуға бәйле янғындар йыш теркәлә. Шуға күрә йылытыу ҡорамалдарын файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен иҫтән сығармау мөһим», — тип билдәләнеләр Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында.

 

Галина Бахшиева
 
Фото: Валерий Шахов
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас