Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, райондағы “Ленин” тоҡомсолоҡ заводында һөт етештереү һәм тоҡомло мал үрсетеү буйынса комплекс төҙөлөшө әүҙем бара. Был күләмле эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышылыҡ итеү” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
– Һыуыҡҡул агропредприятиеһындағы объект районда ауыл хужалығы өлкәһендәге иң ҙур проекттарҙың береһен тәшкил итә. Ул беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, – тине Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов.
Ул ошо көндәрҙә “Ленин” тоҡомсолоҡ заводында булды. Әле бында ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә быҙау аҙбары һалғандар, йәш малды хәҙер шунда аҫрайҙар. Октябрь аҙағына һөт һауыу блогы төҙөлөшөн тамамлап, Израилдә етештерелгән заманса ҡорамалдарҙы урынлаштырырға ниәтләйҙәр. Бер үк ваҡытта өс йөҙ баш малға иҫәпләнгән һыйыр аҙбары ла һалына. Объектта бетон һәм ҡыйыҡты ябыу эштәре генә ҡалған. Яңы комплекс тулыһынса сафҡа индерелеү менән ленинсылар һөт етештереү ҙә, эш һөҙөмтәлелеге лә артыр, яңы баҙарҙарға сығыу мөмкинлеге тыуыр, тип ышана.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан