Новости
23 Сентябрь 2021, 05:01

Бер аҙ йылытҡандан һуң республика йәнә һалҡын фронт тәьҫирендә ҡала

Бер аҙ йылытҡандан һуң Башҡортостан йәнә һалҡын фронт тәьҫирендә ҡала. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, 23 сентябрҙән 26-һына тиклем республикала +8,+10 градус йылы булыуы көтөлә.

Бер аҙ йылытҡандан һуң республика йәнә һалҡын фронт тәьҫирендә ҡалаБер аҙ йылытҡандан һуң республика йәнә һалҡын фронт тәьҫирендә ҡала
Бер аҙ йылытҡандан һуң республика йәнә һалҡын фронт тәьҫирендә ҡала

Һауа температураһы төндә +2,+8 градус, урыны менән 0,-5 градусҡаса һыуытып, ҡырау төшөүе ихтимал, көндөҙ 11-17 градус.

Ләкин 26 сентябрҙән 27-һенә ҡарай төндә һалҡын атмосфера фронтының үтеүе көтөлә. Ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы мөмкин. Һауа температураһының ҡапыл төндә -1,-6, көндөҙ +4,+9 градусҡаса түбәнәйеүе көтөлә. Башҡортостанда уртаса тәүлек температураһы +1,+6 градус була.

 

 

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
 
Илья Кузнецов фотоһы (https://vk.com/ishimbaiphoto)
Автор:Фирүзә Ильясова
Читайте нас