Новости
21 Сентябрь 2021, 13:29

Республикала тамашасыларҙың спорт сараларында ҡатнашыуына сикләү индерелде

Башҡортостандың Спорт министрлығы яңы коронавирус инфекцияһына бәйле тамашасыларҙың ябыҡ биналарҙа спорт сараларында ҡатнашыуына сикләү индерҙе. Роспотребнадзор идаралығы менән кәңәшләшкәндән һуң ведомство ошондай ҡарар ҡабул итте.

Республикала тамашасыларҙың спорт сараларында ҡатнашыуына сикләү индерелдеРеспубликала тамашасыларҙың спорт сараларында ҡатнашыуына сикләү индерелде
Республикала тамашасыларҙың спорт сараларында ҡатнашыуына сикләү индерелде

Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, сикләү 2021 йылдың 1 ноябренә тиклем ғәмәлдә була.

«Беҙҙең ведомство ҡарамағындағы ойошмаларға, спорт төрҙәре буйынса федерацияларға, профессиональ спорт ойошмаларына, шулай уҡ республиканың муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәттәренә тейешле тәҡдимдәр ебәрелер», — тиелә хәбәрҙә.

Башҡортостан Республикаһының Спорт министрлығында белдереүҙәренсә, хоккей, футбол һәм волейбол матчтарында тамашасылар һанын сикләү тураһында мәсьәлә айырым өйрәнелә. Ведомство вәкилдәре «Өфө-Арена»ла, BetBoom Аренала һәм «Динамо» стадионында «мөмкин тиклем ҡаты санитар-эпидемиологик талаптар» ҡабул ителәсәген билдәләне.

Бынан алда «Башинформ» агентлығы 21 сентябргә республикала яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторғандарҙың 63 519-ға етеүе тураһында хәбәр иткәйне. Вафат булғандар 1439-ға еткән.

 

 

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
 
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас